Алып ҡайта микән йырҙар Кире һинең яндарыңа Аға микән кире һыуҙар, Үрмәләп ҡаяларға Ҡушымта: Менер инем болоттарға Эҙләр өсөн яҙмышты Ниңә һуң шулай иртә Ике йөрәк яңылышты Ниңә һуңлай икән яҙҙар, Ҡасан ҡайта ҡыр ҡаҙҙары Алып килер ине улар Утҡа ырғытҡан хаттарҙы Ҡушымта: Менер инем болоттарға Һине эҙләр инем тағын Ниңә шулай иртә һүнде Йөрәктәрҙә янған ялҡын Нимә һөйләй икән күҙҙәр Уста ятҡан саҡта йөрәк Купме тора икән һүҙҙәр, Хәҙер кемгә еңелерәк Ҡушымта: Менер инем болоттарға Тағын эҙләр инем ваҡыт Ләкин шуны һуң аңланым, Бер йөрәк ҡалған ятып Ҡушымта: Менер инем болоттарға Менер инем бейегерәк Ләкин кире янамы һуң Әллә ҡасан һүнгән йөрәк