Алыҫ алыҫтарға юл алған, ти бер кеше Артында ҡалған ҡала һәм ябылмаған ишек. Уның бар бер хыялы - урарға бар донъяны, Йөҙөп сығып диңгеҙҙе, табырға теләй үҙен. Ааааааа-ааааа... Кеше эҙләй үҙен оҙаҡ,сөнки йөрәгендә йоҙаҡ... Ааааааа-ааааа... Кеше эҙләй үҙен оҙаҡ,сөнки йөрәгендә йоҙаҡ... Кеше һаман бара алға тыныслыҡ аша яуға. Тауҙар аша урманға, ләкин тағын аҙаша. Һәм сыҡҡас ерҙе урап, үҙенән ҡуйған һорап: "Нимә көтә һуң алда? Бәхетле инем юлда." Ааааааа-ааааа... Кеше эҙләй үҙен оҙаҡ,сөнки йөрәгендә йоҙаҡ... Ааааааа-ааааа... Кеше эҙләй үҙен оҙаҡ,сөнки йөрәгендә йоҙаҡ...